среда, 15 августа 2012 г.

БМО: миллионлаған сүриәлеләр ярҙамға мохтаж.



 Шишәмбе Алеппоның бер нисә кварталында ҡаты алыштар барҙы. Сүриәнең эшлекле баш ҡалаһы ил картаһындағы иң ҡыҙыу нөктә булып ҡала.

Баш күтәреүселәрҙең береһе Рейтер агенствоһы хәбәрсеһенә Сәләхетдин районында хөкүмәт ғәскәрҙәренә 600 баш күтәреүсенең ҡаршы тороуын, әммә был ғына көстөң етерлек булмауын һөйләгән. Уның һүҙҙәре буйынса, “Азат Сүриә армияһы”танкыларға ҡаршы ҡоралға мохтаж.

Сүриәлә гуманитар хәлдәр көндән- көн насарая бара. Шишәмбе көн БМО генсегының урынбаҫары Валери Амос Дәмәшктә булды һәм Сүриә етәкселеге менән гуманитар ярҙам күләмен арттырыу мөмкинлектәре хаҡында һөйләште.

Өс ай элек мохтаждар һаны миллион самаһы тип уйлай инек. Хәҙер иһә уларҙың һаны 2.5 миллион булыуын танырға мәжбүрбеҙ,-”тип белдерҙе Амос.

БМО мәғлүмәттәре буйынса, күрше илдәрҙә теркәлгән Сүриә ҡасаҡтарының иҫәбе 150 меңгә еткән. Ил эсендә ҡасаҡтар һаны миллион тирәһе. БМО шуны иҫкәртә: конфликттың көсәйеүе арҡаһында күп ферма хужалары уңыштарын йыйып ала алмаясаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий