четверг, 16 августа 2012 г.

Американдар тыуған ерҙәрен яндыра.



Бер төҙөлөштә эшләүсе эшселәр ҡеүәтле урман янғынына сәбәпсе булған, ул Вашингтон штатында дүшәмбенән алып ҡоторона. Тиҫтәләгән йорттар янып бөткән, йөҙҙәрсә кешене эвакуацияларға тура килгән. АҠШ-тың көнбайышындағы башҡа штаттарҙа ут төртөүсене таба алмағандар. 200 мең гектар ерҙе ут ялмап алған. Невада һәм Орегон инде 10-сы тәүлек янғын эсендә. Калифорниялағы Сан-Франциско районында урынлашҡан термаль курортта булыусылар уттан саҡ ҡасып ҡотолғандар. Көслө ел, эҫелек, бер генә болот әҫәре лә булмаған күк хәлде уғата ҡатмарландыра. Ут яйлап, әммә ышаныслы рәүештә көнсығышҡа табан юл тота.

Комментариев нет:

Отправить комментарий