среда, 15 августа 2012 г.

Испания янғын һүндереүселәренең мөмкинлектәре сикле.



Испанияла һуңғы тиҫтә йыл эсендәге иң көслө янғындар ҡотора. Каталония, Валенсия һәм Канар утрауҙары айырыуса ныҡ зыян күрҙе. Гомер утрауында янғын 4 000 гектар урманды әрәм итте. Янғын һүндереүселәр ут менән эффектив рәүештә көрәшә алманы, көрсөк арҡаһында уларға бюджет икеләтә кәмерәк бүленде, ҡорамалдар, кейем- һалым да етешмәне.

“Ярҙам булмауы беҙҙе бик борсой,-ти бында йәшәүсе кеше.-Был ҡаланы оноттолар, бөтөнләй оноттолар, иҫтәренә төшкәс, бик һуң ине инде.”

Утрауҙан 5 000 кеше эвакуацияланды. Ҡайһы саҡ ут шул ҡәҙәр тиҙ хәрәкәт итте, ҡайһы берәүҙәр бар әйберҙәрен ташлап ҡасырға мәжбүр булды.

Янғындан зыян күргән региондар ярҙам һорап хөкүмәткә мөрәжәғәт итте. Был ярҙамдың дәүмәле янғын хеҙмәттәре бюджетын ҡыҫҡартыуҙан экономияланған аҡсанан күпкә артыҡ булыуы ихтимал.

Комментариев нет:

Отправить комментарий