КХДР лидеры Ким Чен Ын Пхеньянда Ҡытай делегацияһы менән
осрашты. Күҙәтеүселәрҙең уйы буйынса, был иһә йәш Төньяҡ Корея етәксеһенең
тышҡы сәйәсәт мәсьәләләренә иғтибарын күрһәтә. Әйтергә кәрәк, Ҡытай элек тә
Төньяҡ Кореяның союздашы һәм сауҙа- иҡтисад партнеры булып килде.
Был визит илдәге ҡатмарлы осорға тура килде- июлдәге
оҙайлы ҡойма ямғырҙар, ташҡындар арҡаһында 120 кеше һәләк булды, йөҙҙәрсә мең
кеше йортһоҙ тороп ҡалды. БМО хәбәр итеүенсә, Пхеньян аҙыҡ- түлек һәм яғыулыҡ
һорап мөрәжәғәт иткән.
БМО эксперттары зыяндың масштабын һәм тейешле ярҙамдың
күләмен билдәләү өсөн, тәбиғәт ҡазаһына дусар булған райондарҙа булды.
Һыу ташыуҙарға ҡәҙәр үк, БМО-ның баһалауҙары буйынса,
Төньяҡ Кореяның 60 % халҡы аслыҡ ҡурҡынысы алдында торған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий