суббота, 4 августа 2012 г.

Хәтфә айыуҙар Швеция менән Белоруссияны талаштырҙы.



 “Хәтфә десант”ғауғаһы Швеция менән Белоруссия мөнәсәбәттәрен ҡырҡыулаштырҙы- Минскиҙағы Швеция илсеһе Стефан Эриссон үҙ иленә ҡайтарылды.
Белоруссия властарының раҫлауынса, уның аккредитацияһын оҙайтмаҫҡа ҡарар ителгән.
“Эрикссон әфәнде Минскиҙа 7 йыл эшләне. Был оҙайлы ваҡыт. Ошо осорҙа уның бөтә хеҙмәте Белоруссия- Швеция бәйләнештәрен нығытыуға түгел, ә ҡаҡшатыуға йүнәлтелде. Беҙ ике яҡҡа ла отошло конструктив бәйләнештәрҙе нығытыуға бөтә көсөбөҙҙө һалырға әҙербеҙ. Әммә Швеция яғы араларҙы ҡырҡыулаштыра икән, беҙ ҙә шул рәүешле яуап бирергә мәжбүр булабыҙ,-”тип белдерҙе республика сит ил эштәр министрлығының матбуғат сәркәтибе Андрей Савиных.
Швеция сит ил эштәре министры Карл Бильдтың белдереүенсә, илсе, кеше хоҡуҡтарын яҡлап сығыш яһағаны өсөн, илдән оҙатылған. Яуап итеп Швеция ла Белоруссия дипломаттарының илдән китеүен һораған.
Июль башында Белоруссия территорияһына шведтарҙың бәләкәй генә самолеты үтеп инә һәм демократик лозунгылар яҙылған хәтфә айыуҙар ырғыта. Хәтфә десантты интернетта беренсе булып урынлаштырған студент- журналист Белоруссия властары тарафынан ҡулға алынған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий