“Улар Скрудж Макдак ише
байлыҡҡа күмелеп йәшәй,-”тип иҫәпләй ФРГ канцлеры резиденцияһына ҡаршы Берлин
үҙәгендәге аҙ һанлы манифестацияла ҡатнашыусылар. Манифестанттар байлыҡҡа һалым
индереүҙе талап иттеләр, сөнки, демонстацияла ҡатнашыусыларҙың уйы буйынса,
берәүҙәр саҡ осто- осҡа ялғағанда, икенселәрҙең аҡсаға күмелеп йәшәүе ғәҙел
түгел.
“Беҙҙең илдә социаль
ғәҙелһеҙлек кимәле һуңғы ваҡыт ныҡ көсәйҙе,-ти акцияны ойоштороусыларҙың береһе
булған Кристоф Бауц.- Был иһә- теләһә ниндәй демократия өсөн ағыу, ул берҙәмлек
принциптарын шартлата. Мәғарифты, йәмәғәт транспортын, гуманитар сараларҙы
үткәреү өсөн күберәк аҡса бүленергә тейеш. Бына тап шуның өсөн беҙ илебеҙ
байлыҡтарын дөрөҫ бүлергә тейешбеҙ, тап шуның өсөн беҙ байлыҡҡа һалым һалыуҙы
талап итәбеҙ.”
Манифестацияла
ҡатнашыусылар профсоюздарҙы, Германияла ғына түгел, Европаның башҡа илдәрендәге
хөкүмәттеке булмаған ойошмаларҙы “аҡсаларҙы ғәҙел бүлеү”лозунгыһы аҫтында
берләшергә саҡырҙы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий