воскресенье, 26 августа 2012 г.

Мысыр контрабандистарҙың туннелдәрен емерә.



Мысыр армияһы Мысырҙан Газа секторына контрабанда ташылған 120 туннелде емерҙе. Уның буйынса Газанан Мысырға кешеләрҙе лә сығарғандар. Был һан Мысыр хәүефһеҙлек хеҙмәте вәкилдәре тарафынан иғлан ителде. Уларҙың билдәләүенсә, операция көн һайын, бөтә туннелдәр ҙә күмелгәнгә ҡәҙәр дауам итәсәк.

Подвалында туннелдәргә инеү юлы булған бер нисә ташланлыҡ йорт емерелгән.

Туннелдәрҙе емереү Синай ярымутрауында  Мысыр армияһы ике аҙнанан ашыу алып барған боевиктар менән көрәш операцияһы рамкаларында эшләнде( Израиль ризалығы менән) . Унда 5 августа боевиктар тарафынан 16 Мысыр сик буйы һаҡсыһы үлтерелә. Мысыр хәрбиҙәре раҫлауынса, һөжүм яһаған 30-ҙан ашыу кеше  ил территорияһына Газанан ер аҫты юлдары буйлап килгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий