пятница, 24 августа 2012 г.

Донъя йәмәғәтселеге Сүриәгә аҡса бүлә алмай.



БМО Сүриәгә гуманитар ярҙам күрһәтә алмай- аҡса юҡ. Был хаҡта ойошма етәкселеге белдерҙе һәм донъя йәмәғәтселегенең үҙ финанс йөкләмәләрен тулы күләмдә үтәмәүен дә әйтеп үтте.
Традиция буйынса, зона конфликттарында әүҙем спонсор булған Франция Сүриә халҡына ярҙам итәсәген белдерҙе.

“Беҙҙең идея- бөгөн гуманитар мәсьәләләргә иғтибарҙы йүнәлтеү. Һүҙ бит кешеләрҙең ғүмере хаҡында бара. Билдәле, был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең үҙенең хаҡы бар, йыш ҡына ҡайһы бер илдәр өсөн был хаҡ артыҡ юғары. Киң йәмәғәтселектең ярҙамын алып, эщте яйға һалмаҡсыбыҙ,- ”тип белдерҙе Францияның сит ил эштәр министры Лоран Фабиус.

Сүриәгә гуманитар ярҙам мәсьәләһе  буйынса БМО-ла махсус ултырышта август аҙағында һөйләшеү буласаҡ.

Был ваҡыт үҙ территорияһында Сүриә ҡасаҡтарын ҡабул иткән Төркиә Дәмәшкте курд сепаратистарына ярҙам итеүҙә ғәйепләне. Анкара бындай белдереүҙе Сүриәгә яҡын сик буйында эшләнгән теракттан һуң яһаны.

Төркиә адресына ла шундай уҡ ғәйепләүҙәр яңғыраны:

“Беҙҙең көрсөктөң асылы яҡшы билдәле: ҡораллы террорист төркөмдәре регионда ярҙам ала, шул иҫәптән хәүефле ярҙамды Төркиә тарафынан да,- тип белдерҙе Сүриәнең сит ил эштәре министры урынбаҫары Фейсал Микдад.-Уларҙы заманса ҡорал менән тәьмин итәләр һәм барыһына ла, “Әл-Ҡаиҙә”не лә индереп, Төркиә ерҙәре аша Сүриәгә үтеп инергә мөмкинлек бирәләр.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий