Франция президенты һәм ФРГ канцлеры Афинанан көрсөккә
ҡаршы реформалар курсынан тайпылмауҙы талап итте. Франсуа Олланд һәм Ангела
Меркелдең осрашыуы был сәйәсмәндәрҙең Греция премьер- министры Антонис Самарас
менән һөйләшеүҙәре алдынан Берлинда үтте.
Матбуғат конференцияһында сығыш яһап, Меркель былай
тип белдерҙе:
“Үҙ өҫтөбөҙгә алған йөкләмәләрҙе үтәүебеҙ минең өсөн
бик мөһим, әммә тәүге нәүбәттә халыҡ- ара өс кредиторҙың (ЕЦБ, Еврокомиссия, МВФ) отчетын тыңлау кәрәк. Беҙ артабан
да Греция граждандарынан күпте талап иткән реформалар юлынан барырға саҡырабыҙ.
Олланд та Меркель һүҙҙәрен ҡеүәтләне:
“Грецияның еврозонала ҡалыуын бик теләр
инем, был хаҡта беҙ көрсөк башланғаны бирле һөйләйбеҙ. Тик маҡсатыбыҙға ирешер
өсөн, ҙур тырышлыҡ һалыу мөһим.”
Үҙ сиратында Греция премьеры Афинаның
өҫтәмә аҡсалар түгел, ә өҫтәмә ваҡытҡа мохтаж булыуын белдерә. Самарас һүҙҙәре
буйынса, бюджет дефицитын ил талап ителгәнсә 2 йылда түгел, ә 4 йылда ҡыҫҡарта
аласаҡ. Әлегә Евроберләшмәнең бөтә партнерҙарын да кисектереүгә ризалаштыра
алмайҙар.
Комментариев нет:
Отправить комментарий