Францияла
Жевре- Шамбертенды- XII быуат һарйын һәм уның тирәһендәге виноград баҡсаһын
һатыу ҙур бәхәстәр тыуҙырҙы.
Йөҙәр йылдар буйы күсмә милек бер үк ғаилә
ағзаларыныҡы булып килгән. Урындағы шарап яһаусылар, хужалыҡты дөйөм милеккә
һатып алыу өсөн, 4 миллион евро йыйғандар, әммә хужалар һарайҙы хаҡты икеләтә
күберәк тәҡдим иткән ҡытай эшҡыуарына һатҡандар.
Шарап эшләүселәр профсоюзы етәксеһе Жан- Мишель
Гийондың фекере буйынса, алпауыт еренең хаҡы артыҡ ҡиммәт булған:
“Яҡын киләсәктә бындай күсмә милек менән проблема һәм
уға бында хаҡтарҙың ғәҙәттән тыш юғары
булыуы арҡаһында виноград баҡсалары етештереүселәрҙең ҡулынан китеүе ихтимал.”
Һарайҙы “ситкә”һатыуҙы фраздуздарҙың үтә уңдары
тәнҡитләп сығыш яһаны. Милли Фронт вәкилдәре белдереүенсә, властар бындай
осраҡтарҙа милли байлыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын да эшләргә тейеш.
“Мин һарай вариҫтары менән һәйбәт мөнәсәбәттә инем,-
ти уларҙың күршеһе.-Уларҙың береһе юғарыраҡ хаҡ биреүселәргә һатырға
ниәтләүҙәрен әйтте.”
Жевре- Шамбертен- Бургундияның иң билдәле шараптарының
береһе, көрсөк булыуға ҡарамаҫтан, уны яҡшы һатып алалар. Раҫлауҙарынса,
һарайҙы һатып алған ҡытай бургунд шараптарын бик ярата икән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий