четверг, 23 августа 2012 г.

Ниәттәре изге булһа ла...



Сарагоса эргәһендәге сиркәүҙәге 80 йәшлек ҡатындың XIX быуат фрескаһын реставрациялау ниәте ҡот осҡос һөҙөмтәләр менән тамамланған. Рәссам Элиас Гарсиа Мартинестың эше бөтөнләй үҙгәргән.
Төрлө ваҡытта төшөрөп алынған сәнскеле веноклы Христос һүрәттәре үҙгәрештәрҙе ап-асыҡ күрһәтеп тора.
Ошо сиркәүгә йөрөүсе Сесилия Хименес һуңғы варианттың авторы үҙе булыуын йәшермәй һәм журналистарҙың һорауҙарына яуап бирә:
Священник, әлбиттә, быны белә ине. Һорағас, мин эшләнем инде.
Һеҙ йәшерен рәүештә эшләнегеҙме?”
Сиркәүгә килеүселәрҙең барыһы ла күрҙе мине. Мин бер кемдән дә ҡасырға уйламаным.
Рәссамдың ейәнсәре олатаһының хеҙмәте ниндәй хәлгә төшөүен үҙе килеп күргән:
“Был ҡатын кейеме менән мәшғүл булғанда, бөтәһе лә арыу ғына барҙы, йөҙөнә күскәс, проблемалар тыуҙы. Күренеп тора: ул фресканы боҙған.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий