четверг, 30 августа 2012 г.

Пан Ги Мун Таһранға килде. АҠШ һәм Израиль асыулы.



БМО-ның генераль сәркәтибе Пан Ги Мун, Берләшмәүселәр хәрәкәте саммитында ҡатнашыу өсөн, шаршамбы көн Таһранға килде. АҠШ һәм Израиль тарафынан үҙ исеменә тәнҡит һүҙҙәре ишетеп, Пан Ги Мун был ҡарарын шулай тип аңлатты: Яҡын Көнсығыш регионындағы, бигерәк тә Сүриәләге көрсөктө хәл итеүҙә Иран мөһим аралашсы ролен уйнауы мөмкин.

БМО-ның генераль сәркәтибе Иран президенты Мәхмүт Әхмәҙинежад менән осрашты. Президент Пан Ги Мундың визиты хаҡында ишеткәс тә, хәбәрҙе  ҙур ҡәнәғәтләнеү менән ҡабул иткәйне. Иран властары быны Таһранға ҡарата санкциялар режимының килеп сыҡмауы һымаҡ ҡабул итте.

“Иран Сүриә көрсөгөн яйға һалыуҙа, Сүриә халҡының проблеманы тыныс юл менән хәл итеүгә өмөтөн тормошҡа ашырыуҙа мөһим рол уйнауы ихтимал,-”тине БМО етәксеһе.

Форум ябылғандан һуң, Пан Ги Мун Иран властары менән ҡайһы бер мәсьәләләр , шул иҫәптән кеше хоҡуҡтары, ҡоралһыҙланыу, сәйәси үҙгәртеп ҡороуҙар хаҡында әңгәмәләшергә уйлай. Шул уҡ ваҡытта Пан Ги Мун вәкиле генераль сәркәтиптең ядро объекттарына барырға ниәтләүе хаҡындағы мәғлүмәтте кире ҡаҡты. Пан Ги Мундың һүҙҙәре буйынса, Иран властарының МАГАТЭ эксперттарын унда индерергә әҙер тороуын БМО хуплаясаҡ ҡына.

/Движения неприсоединения- Берләшмәүселәр хәрәкәте-хәрби блоктарға ҡатнашмау принциптарына нигеҙләнгән, донъяның 120 дәүләтен берләштергән халыҡ- ара ойошма./

Комментариев нет:

Отправить комментарий