пятница, 31 августа 2012 г.

Митт Ромни АҠШ-тың дуҫтарын һәм дошмандарын билдәләргә йыйына.



Митт Ромни Республика фирҡәһенең дөйөм съезы депутаттары алдында сығыш яһарға йыйына. Шишәмбе көн Массачусетс штатының элекке губернаторы Митт Ромни һәм когрессмен Пол Райан АҠШ президент һәм вице- президент постарына республикасыларҙан кандидат булып рәсми рәүештә раҫланды. Үҙенең мөрәжәғәтендә Райан “Американы дөрөҫ юлға ҡайтарырға вәғәҙә итте”.

Көнэлгәре Ромни ҙа, АҠШ-тың киләсәген, дуҫтарын һәм дошмандарын билдәләргә тырышып, хәҙерге президент Барак Обаманың тышҡы сәйәси курсын ҡаты тәнҡитләне. Элегерәк, Израилдә булғанда, ул, Иерусалимды йәһүд дәүләтенең баш ҡалаһы тип атап, израиллеләрҙе ҡыуандырғайны һәм палестиналыларҙың асыуын ҡабартҡайны.

Създа элекке дәүләт сәркәтибе Кондолиза Райс Ромни һәм Рәйан “АҠШ-тың хәрби һәм технологиялар йәһәтенән өҫтөнлөгөн тәьмин итәсәктәр,”тип белдерҙе:

“Американың ниндәй принциптарға нигеҙләнеп йәшәүе бөгөн иң көнүҙәк мәсьәлә. Әгәр дуҫтар ҙа, дошмандар ҙа был һорауға аныҡ ҡына яуап таба алмай икән, донъя хәүефлегә, хаосҡа әйләнәсәк.”

АҠШ-та сәйәси атмосфера ҡыҙа: һайлауҙарға 2 ай ғына ҡала. Беренсе леди Мишель Обама телешоуҙа америкалыларҙы ике фирҡәнең дә һайлау алды кампанияһын күҙәтә барырға саҡырҙы, әммә Тампанан республикасылар съезы трансляцияһын ҡарамауын таныны.

Һуңғы һорашыуҙар һөҙөмтәләре буйынса, Обама һәм Ромниҙың уңышҡа мөмкинлектәре тигеҙ, уларҙың һәр береһе өсөн Америка һайлаусыларының 43-әр проценты тауыш бирергә әҙер.

Комментариев нет:

Отправить комментарий