пятница, 31 августа 2012 г.

КАР: шахтерҙарҙың үлемендә уларҙың иптәштәрен ғәйепләйҙәр.



Һин эргәлә торғанһың, шуға ғәйеплеһең. Көньяҡ Африка Республикаһы суды Марикана шахтаһында һәләкәтле забастовкала иҫән ҡалғандарҙың барыһын да кеше үлтереүҙә ғәйепләй. Шул рәүешле, енәйәт эшендә 270 кеше ҡатнашҡан булып иҫәпләнә. Күптәре ҡулға алынған да инде, алтауһы, яраланып, хәстәханала ята, һауыҡҡас, уларҙы ла рәшәткә артына тығасаҡтар.

Прокурорҙар апартеид заманында индерелгән “дөйөм маҡсат”доктринаһына таяна. Законға ошо төҙәтмә буйынса, полицейскийҙарҙан тыш енәйәт урынында булыусыларҙың барыһы ла, ҡулында ҡорал булһа ла, булмаһа ла үлтереүгә ҡатнашы бар, тип иҫәпләнә.

Бәхәсләшергә урын ҡалдырмай торған дәлилдәр, хеҙмәт хаҡын арттырыуҙы талап иткән таусыларҙы атыуҙы һүрәтләгән кадрҙар булыуға ҡарамаҫтан, тәртип һағында тороусыларҙың береһенә ҡарата ла енәйәт эше асылмаған. Улар менән ил президенты дөрөҫөн белергә ҡушҡан махсус комиссия шөғөлләнә.

Ҡайһы бер оппозиция фирҡәләре быны “аҡылдан шашыу”, тип атай, һәләк булған 34 шахтерҙың ғаиләһе “мәғәнәһеҙлек”, тип иҫәпләй. Тик КАР Фемидаһын күндерерлек түгел, эште судта ҡарау 6 сентябргә тәғәйенләнгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий