пятница, 31 августа 2012 г.

“Исаак”көсһөҙләнде, әммә барыбер “тешләшә”.



Һыу баҫыу ҡурҡынысы тыуҙырған ҡойма ямғырҙар, Исаак ғәрәсәте тропик шторм кимәленә төшөп көсһөҙләнһә лә, Миссисипи дельтаһындағы территорияларға хәүеф менән янай.
Синоптиктарҙың киҫәтеүенсә, материк эсенә үтеп инеп, “Исаак” Миссисипи һәм Луизиана штаттарында торнадо барлыҡҡа килтереүе ихтимал.
Унһыҙ ҙа ул ҡапыл яуған көслө һәм оҙайлы ҡойма ямғырҙар арҡаһында, властарҙың ҙур әҙерлек сараларына ҡарамаҫтан, тәүге иҫәпләүҙәр буйынса,700 миллиондан 2 миллиард долларға ҡәҙәр зыян килтергән.
Һыу баҫҡан райондар халҡы барыһы ла эшләнде тип уйламай:
“Шторм хәрәкәтенең траекторияһы, һыуҙың ҡайһы тирәләргә барып етеүе тураһында властар беҙгә һәр саҡ хәбәр итеп торорға тейеш ине. Тик был эштәр эшләнмәне”.
Һыу, Плакмин округындағы бер дамба аша сығып, бындағы ҡаласыҡтарҙың береһендә 2 кеше һәләк булһа ла, дөйөм алғанда, “Исаак” “Катрина” һымаҡ емергес һәм үлемесле булмаған. Ҡаланы һыу баҫыуға ҡаршы яңы система ла үҙ ролен уйнағандыр, әлбиттә.
Ә ярты быуат эсендәге иң ҡаты ҡоролоҡтан йонсоған Урта Көнбайыш игенселәре штормды һәм ҡойма ямғырҙарҙы тындары менән тартып алырҙай булып көтә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий