Лондондың Юғары суды Рәсәй олигархы Борис
Березовскийҙың эшҡыуарлыҡ буйынса уның элекке партнеры Роман Аркадьевичҡа дәғүәләрен
тулыһынса кире ҡаҡты.
Уҙған йылдың октябрендә Лондонда йәшәй башлаған Березовский
суд аша Абрамовичтан, уның уйынса, түбән хаҡҡа һатылған Рәсәй компанияларының
ҡайһы бер активтары өсөн 4 миллиард евро компенсация талап итте. Айырым
алғанда, “Сибнефть” акцияларының 43 проценты һәм ”Русал”компанияһының бер өлөшө
тураһында һүҙ барҙы.
“Бөгөнгө хәлдәр миңә ҡыҙыҡ тойолдо. Минең аңлауымса,
бөтәһе лә ябай: Абрамовичтың судтағы дәлилдәре- ялған. Һәммәһе лә ялған, беҙҙең
партнер булмауыбыҙ хаҡындағы хәбәрҙәренә тиклем, ә бит бөтә эшҡыуарҙар
йәмәғәтселегенә был билдәле,-”тип баһаланы суд ҡарарын дәғүәсе.
Судья Элизабет Глостер иһә был эшкә икенсерәк ҡараны:
ул Березовскийҙың мәғлүмәттәрен “ышаныслы түгел”тип тапты. Березовский компанияларҙың
ниндәйҙер өлөшөнә хужа булыуын күрһәтеүсе юридик дәлилдәр килтерә алманы, шуға
күрә судья ҡарарҙы ҡаршы яҡтарҙың сығыштарына ҡарап сығарҙы. Абрамовичтың
адвокаты, үҙ сиратында, Березовский менән булған мөнәсәбәттәрҙең криминаль
хараҡтерҙа булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
66 йәшлек Березовский һәм 46 йәшлек Абрамович 1990
йылдарҙа беренсе бойондороҡһоҙ Рәсәй президенты Борис Ельциндың яҡын даирәһендә
була. Владимир Путин власҡа килгәс, Березовский ситкә тибелә һәм илдән китергә
мәжбүр була. Абрамович сәйәси йоғонтоһон һаҡлап ҡалды, тип иҫәпләнә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий