суббота, 1 сентября 2012 г.

Испан курорттары районында көслө янғындар.



Испанияның Малага провинцияһында ҡоторонған янғындар бер кешенең ғүмерен киҫкән. Тәне янған ҡарттың кәүҙәһен йортонан алыҫ та түгел тапҡандар.
Йома көн хәүефле урындарҙан меңләгән кеше эвакуацияланған. Коста дель Соль яры буйындағы киң билдәле Марбелье курорты районында хәлдәр айырыуса хәүефле.
Янғын кесаҙна кис Малага ҡалаһынан алыҫ та түгел башлана һәм тиҙ арала көнбайышҡа йәйелә. Быға эҫелек һәм көслө ел сәбәпсе була.
“Беҙгә әйберҙәрҙе алыу өсөн 5 минутҡа өйгә инеп сығырға рөхсәт иттеләр.”
“Мин ҡурҡтым. Янғын урам осонда ҡоторона ине инде, беҙ тиҙ ярҙам машинаһының сирена тауышын да ишетмәнек. 112 номеры буйынса шылтыраттыҡ, хәүефләнер урын булмауы хаҡында әйттеләр, ә ут етеп килә...”
Янғын һүндереүселәр махсус самолеттарҙы һәм ут һүндереү өсөн вертолеттарҙы ҡулланып ҡаранылар, файҙаһы булманы. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, янғын ут төртөү арҡаһында башланған.
Тәбиғәт ҡазаһы туристарҙы үҙенә тартып торған гүзәл урындарҙы юҡҡа сығарҙы.
Быйыл Испанияның ҡайһы бер райондарында һуңғы тиҫтә йыл эсендәге иң көслө янғындар булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий