суббота, 1 сентября 2012 г.

Афғанстанда НАТО базаһын шартлатҡандар.



Афғанстандың үҙәгендәге Вардак провинцияһында икеләтә теракт  эшләнгән. Террористар НАТО-ның хәрби базаһына һөжүм иткәндәр. Урындағы властарҙың хәбәр итеүенсә, кәм тигәндә 12 кеше үлтерелгән. Ике тиҫтәнән ашыуы тән йәрәхәттәре алған.

Ҡапҡа янындағы тәүге шартлауҙы үлемгә дусар ителгән террорист башҡарған. Аҙаҡ шартлатҡыс тултырылған йөк машинаһы күккә осҡан. Шартлау  тулҡыны эргәләге бәләкәй генә баҙарҙы тулыһынса емергән.

Һөжүм өсөн яуаплылыҡты “Талибан”хәрәкәте үҙ өҫтөнә алған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий