суббота, 1 сентября 2012 г.

Обама Клинт Иствудҡа: “Кресло буш түгел!”



АҠШ-тың республика фирҡәһе съезында актер Клинт Иствудтың сығышы Америка медиаһында һәм интернетында көслө реакция тыуҙырҙы. Голливудтың данлыҡлы актеры буш ултырғыста АҠШ президенты Барак Обаманы күҙ уңында тотоп һәм уны һайлау алды вәғәҙәләрен үтәмәүе өсөн шелтәләп, сәхнәлә үҙенсәлекле скетч ойошторҙо.

Аҡ Йорт хужаһының һайлау алды штабы яуап итеп селтәргә Аҡ Йорттоң Оҙонса кабинетында креслола елкәһе менән ултырған Обама фотоһын бирҙе, ә уның аҫтында шундай яҙма бар: "Кресло буш түгел."

Иствудтың сығышына Голливудтың башҡа эшмәкәрҙәре лә комментарий бирҙе. Мәҫәлән, актер Крис Рок "Обама һәм Иствуд, бәлки, барыһы хаҡында ла алдан һүҙ ҡуйышҡандарҙыр", тип шаяртты. “Клинт Иствуд телефон аша Обамаға хәбәр итә: "Сэр, бөтәһе лә план буйынса бара!-”тип яҙған Крис Рок үҙ Твитерендә.

Микроблогтар селтәрендә @InvisibleObama һәм #eastwooding берләшмәләре барлыҡҡа килгән, унда ҡулланыусылар буш ултырғыс фотоларын биреп, актерҙарҙың һүҙҙәренә көлкөлө аңлатмалар аша тапҡырлыҡта ярышалар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий