среда, 29 августа 2012 г.

“Исаак” “Катрина”ның юлын ҡабатлай.



Тропик “Исаак”штормы ғәрәсәткә әүерелде һәм, аяныслы тәбиғәт ҡазаһының 7 йыллығына өлгөрөргә теләгәндәй, Яңы Орлеанға юл тотто. Синоптиктарҙың прогнозы буйынса, тап ошо ҡала шаршамбы көн төп һөжүмде үҙенә аласаҡ. Ел тиҙлеге сәғәтенә 120 километрға барып етә, әммә яҡын сәғәттәрҙә үк уның тиҙлеге артасаҡ.

Көнэлгәре Луизиананала ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Барак Обама американдарҙы властарҙың иҫкәртеүҙәренә етди ҡарарға өндәй.

Барак Обама:

“Ғәйәт киң территорияға етди һыу ташыуҙар һәм емерелеүҙәр янай. Яҙмыш менән уйнау һәм рәсми киҫәтеүҙәргә ҡолаҡ һалмау ваҡыты түгел. Быларға бик етди ҡарарға тейешһегеҙ.”

Гаити һәм Доминиканда 20-нән ашыу кеше Исаакҡорбаны булды. Флоридала тиҫтәләрсә мең ғаиләләр электр утынан мәхрүм ҡалды. АҠШ властары Луизианала, Миссисипиҙа һәм Алабамала эвакуация иғлан итте. Бөтә ил яңылыҡтар көтә, ғәрәсәт сәйәсәтте онотторҙо.

Комментариев нет:

Отправить комментарий