Смоленск ҡалаһының район суды Таисия Осипованы,
теркәлеү үтмәгән “Другая Россия”фирҡәһенең әүҙем ағзаһын, 8 йылға иркенән
мәхрүм итте. Ул наркотиктар һаҡлауҙа һәм улар менән сауҙа итеүҙә ғәйепләнә. Адвокаттар
һәм “Агора ”хоҡуҡ һаҡлау хәрәкәте суд ҡарарына ялыу бирергә йыйына.
28 йәшлек Таисия Осипова 2010 йылдан бирле һаҡ
аҫтында. Ҡаты ауырыуҙарҙан ыҙа сигеүенә һәм бәләкәй ҡыҙы булыуға ҡарамаҫтан,
суд уны иреккә сығарыуҙан баш тарта. Уҙған йыл аҙағында Осипованы 10 йылға
колонияға хөкөм иттеләр, ул саҡтағы президент Медведев хөкөмдө бик ҡаты тип
тапҡас, эште ҡайтанан тикшереүгә ебәрҙеләр.
Осипова һәм уның яҡлылар раҫлауынса, тентеү ваҡытында
табылған наркотиктарҙы уға махсус рәүештә ырғытҡандар, ысынында иһә процесстың
маҡсаты- уның ире Сергей Фомченковҡа, “Другая Россия”фирҡәһе етәкселәренең
береһенә баҫым яһау.
Комментариев нет:
Отправить комментарий