вторник, 28 августа 2012 г.

Алтайҙағы Себер түләмәһе ауырыуы контроль аҫтына алынған.



Алтай крайының Дружба ҡасабаһында халыҡты Себер түләмәһенән вакцинациялау башланды. Уҙған шәмбе бында ауырыу осраҡтары теркәлгән: 1 кеше вафат булған, 10 кеше, түләмә менән ауырыуға шик аҫтына алынып, хәстәханаға оҙатылған.
Алтай крайының Целинный районында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән, дезинфекция саралары уҙғарыла, ә Дружба ҡасабаһында карантин индерелгән. Ҡасабала 740 кеше йәшәй, урындағы властарҙың һүҙҙәре буйынса, уларҙың барыһын да медиктар тикшергән.
Вафат булған көтөүсе хаҡында бында йәшәүсе кеше һөйләй:
“Ул ит тураған, ә ҡулында яралар. Кем белгән инде шулай бөтәһен. Һәр ваҡыт мал һуябыҙ, эшләйбеҙ, бер ҡурҡыныс та булмай торғайны. Тик 3 көндән уның температураһы күтәрелде. Ҡатыны өйөнә алып ҡайтып китте, аҙаҡ хәстәханаға..”
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ауырыуҙар менән бәйле хәлдәр контроль аҫтында; мал –тыуар, малсылыҡ продукттары  тикшерелә һәм ауырыу сығанаҡтарын билдәләү өсөн тупраҡ өлгөләре анализлана.

Комментариев нет:

Отправить комментарий