вторник, 28 августа 2012 г.

АҠШ: Ромни урынына “Исаак”килде.



“Исаак”штормы Тамптағы (АҠШ, Флорида штаты)Республика фирҡәһе съезына үҙгәрештәр индерҙе. Форумды ойотороусылар ашығыс рәүештә программаны үҙгәрттеләр һәм тәүге көнгә тәғәйенләнгән сараларҙы шишәмбегә ҡалдырҙылар.

Тап шул ваҡытта, әгәр һауа торошо ризалыҡ бирһә, съезд Массачусетс штатының элекке губернаторы Митт Ромни кандидатураһын АҠШ президенты посына күрһәтеү буйынса тауыш биреүгә тотонасаҡ.

Әйтергә кәрәк, әле Массачусетста йөрөп ятҡан Митт Ромни форумдың бик яҡшы үтәсәгенә ышаныс белдерә.

Тампҡа делегаттар һәм съезд ҡунаҡтарынан тыш меңәрләгән демонстрацияла ҡатнашырға ниәтләүселәр ҙә килде. Улар араһында корпорацияларға ҡаршы булған “Уолл-стритты баҫып ал” ижтимағи хәрәкәт активистары ла бар. Һүҙ унда ҡатнашыусыларҙың береһенә:

“Беҙ бында, республика фирҡәһе съезына, ризаһыҙлығыбыҙҙы белдерер өсөн килдек. Улар эшһеҙлек кеүек Америка халҡы өсөн мөһим булған проблемалар хаҡында һөйләшергә йыйынмай.”

Һауа торошо республика фирҡәһе пландарына беренсе тапҡыр ғына ҡыҫылмай. 2008 йылда, мәҫәлән,”Густав”ғәрәсәте ҡотороуы сәбәпле Миннесота штатындағы форумды кисектерергә тура килгәйне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий