вторник, 28 августа 2012 г.

“Йоҡлаусы һылыуҡайҙар”үҙҙәренең принцын көтә.



Йоҡлаусы һылыуҡайҙар, шатлыҡлы мәлегеҙ етте!  Киевта Милли музей бинаһында 22 августан 9 сентябргә ҡәҙәр  йоҡлаусы 5 ҡыҙҙың береһен “уятҡан” батыр,ҡул ҡуйылған контракт буйынса, уға өйләнергә тейеш. “Йоҡлаусы һылыуҡайҙар”проектта ҡатнаша, дөрөҫөрәге-“гүзәл принц”ты көтөп, көн һайын 2 сәғәт “йоҡлай”.

Мин ошо проект барышында үҙемдең принцымды табырға өмөтләнәм. Миңә 23 йәш,-”ти “йоҡлаусы ҡыҙҙар”ҙың береһе.

Ҡыҙҙар һымаҡ уҡ, килеүселәр контрактҡа ҡул ҡуйырға тейеш. Был контракт буйынса, улар үҙҙәре үпкәндән һуң күҙен асҡан ҡыҙға өйләнергә тейеш.

Яңы проектта Шарль Перроның идеяһын Украина- Канада рәссамы Тарас Полатайко тормошҡа ашырҙы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий