понедельник, 27 августа 2012 г.

Франция: сиған таборы ҡайҙа юл тотасаҡ?



Париж ситендәге Эвриҙа легаль булмаған сиғандар төйәге юҡ ителгән. Балаларҙы ла индереп, 80 кеше торлаҡһыҙ ҡалған. Лагерь ябылыуының рәсми сәбәбе- санитар нормаларға тап килмәүҙә.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар властарҙың эшмәкәрлеген тәнҡитләп сыҡты. Сиғандар иһә ни эшләргә лә белмәйҙәр:
“Белмәйем, нимә эшләрбеҙ. Мэрҙың, ҡала советының ҡарарын көтәбеҙ. Белмәйем. Бик ауыр. Беҙгә “Ҡыҙыл тәре” ярҙам итергә йыйына. Әммә был 2,3,4 көнгә. Аҙаҡ һәр ваҡыттағыса беҙҙе йәнә урамға ҡыуып сығарасаҡтар.”
“Ватаныбыҙҙа ла беҙгә эш юҡ, шуға күрә әҙ булһа ла аҡса эшләргә тип Францияға килдек тә инде. Тик был урлашабыҙ, башҡаларға ниндәйҙер насарлыҡ эшләйбеҙ тигән һүҙ түгел. Мин бер кемде лә тәнҡитләмәйем дә, әрләмәйем дә; беҙ ҡулыбыҙҙан килгәнсә йәшәргә тырышабыҙ.”
Әле Францияла 15 меңдән 20 меңгә ҡәҙәр сиған йәшәй. Сығыштары менән улар күбеһенсә Румыниянан һәм Болгариянан. Уҙған аҙнала француз хөкүмәте сиғандарҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһендә ҡануниәтте йомшартырға ҡарар итте, шуларҙың береһе- сиғандарҙы эшкә алған предприятиелар өсөн һалымдарҙы бөтөрөү. Шул уҡ ваҡытта Париж бындай саралар ЕС илдәренең барыһында ла үткәрелергә тейеш тип бара.

Комментариев нет:

Отправить комментарий