понедельник, 27 августа 2012 г.

Новосибирскиҙа ғәләмәт ҙур йыйылма һүрәт.



Новосибирск халҡы йәкшәмбе көн Рәсәйҙә Германия йылы сиктәрендә ҡала үҙәгендә ғәләмәт ҙур пазл – Альбрехт Дюрерҙың “Автопортрет в шубе” картинаһын йыйҙы. Мозаиканың майҙаны- 300 квадрат метр.

Рәсәйҙә Германия йылы 20 июндә Мәскәүҙә “Дюрер пазлы”акцияһы менән асылды.

Юлия Ханске- Новосибирскиҙағы Гете немец мәҙәни үҙәге директоры:

“Идея күптән тыуғайны инде. Уны Мәскәүҙәге коллегаларыбыҙ менән бергә уйлап таптыҡ. Был акция- шулай уҡ Нюрнберг ҡалаһының да инициативаһы, ул беҙҙә Альбрехт Дюрер ҡалаһы булараҡ билдәле. Асылда, был акцияны улар уйлап тапҡан һәм беҙгә Рәсәйҙә Германия йылы сиктәрендә уны үткәрергә тәҡдим иттеләр.”

Йыйылма һүрәт 1023 өлөштөн тора. Ғәҙәти булмаған сарала ҡатнашырға теләүселәр күп булды. Мозаика төрлө тәбиғәт шарттарына бирешмәҫлек технологиялар ҡулланып эшләнде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий