понедельник, 27 августа 2012 г.

Билдәһеҙ әҙәмдәр бульдозерҙар менән Триполиҙағы мәсетте емергән.



Ливияның баш ҡалаһында исламистарҙың консерватив төркөмө суфыйҙарҙың Шааб мәсетен емергән. Был хәл шәмбеләТриполи үҙәгендә көпә- көндөҙ булаған. Шаһиттарҙың һүҙҙәре буйынса, бульдозерҙар менән мәсетте емергән исламистарға полиция ҡамасауламаған.

Бер көн алдараҡ Злитан ҡалаһында тағы ла бер суфыйҙар мәсете  емертелә һәм китапхана яндырыла.

“Был ярамаған эш, улар беҙҙең динебеҙгә, ғөрөф- ғәҙәттәребеҙгә, ҡанундарыбыҙға ҡаршы бара,- тип белдерҙе Ливияның дөйөм милли конгресы рәйесе Мөхәммәт Мәғариф.-Быны эшләүселәргә ҡарата енәйәт эше асылырға тейеш.”

Билдәһеҙ бәндәләр мәсеттәге суйыйҙарҙың ҡәберҙәрен  бысратҡандар. Быларҙың барыһы артында ла ҡәберҙәргә баш эйеү боттарға табыныуға бәрәбәр тип иҫәпләгән салафиттар тора, тип уйлайҙар.

“Злитан халҡына ҡарата элек тә енәйәттәр эшләгән төркөм ҡалаға үтеп инде, мәсет бинаһын баҫып алды һәм революционерҙарға ҡаршы ут асты,- ти урындағы кеше.-Тегеләре лә ҡаршы ут асты, ҡайһы берәүҙәрҙе үлтерҙеләр, ҡайһы берәүҙәрҙе әсирлеккә алып киттеләр.”

Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, бындай хәлдәр Ливияның башҡа ҡалаларында ла булған. Күҙәтеүселәрҙең фекере буйынса, илдә конфессиялар араһындағы ҡытыршылыҡтар үҫә бара, властар уларҙы контролдә тота алмай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий