воскресенье, 12 августа 2012 г.

Һиндостанда ҙур һәләкәт.



Һиндостанда 40-тан ашыу кеше автобус менән тарлауыҡҡа ҡолап һәләк булған. Был хәл төньяҡтағы Химачал- Прадеш штатындағы Чамба округында булған. 20-нән ашыу кеше тән йәрәхәттәре алған. Һуңғы ваҡыт был таулы районда көслө ямғырҙар яуған булған.

Шаршамбыла, ошо рәүешле тарлауыҡҡа автобус ҡолап, Һиндостандың көнсығышында ла 30 кеше һәләк булғайны.

Һиндостан юлдарҙағы хәүефһеҙлектең түбән кимәлдә булыуы менән айырылып тора. Күп һәләкәттәр руль артында ултырыусылар ғәйебе менән эшләнә.

Йыл һайын юл- транспорт фажиғәләре 100 меңдән ашыу әҙәмде\ ғүмерен өҙә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий