Стамбулда
АҠШ-тың дәүләт сәркәтибе Хиллари Клинтон менән Төркиәнең сит ил эштәре министры
Әхмәт Дауыт улы осрашты. Һөйләшеүҙәрҙең төп темаһы Сүриә һәм конфликтты артабан
яйға һалыу ине. Дипведомство башлыҡтары уртаҡ фекергә килде: эште кисекмәҫтән
һәм бергәләп хәл итергә кәрәк. Клинтон осоу тыйылған буфер зоналары булдырыу
мөмкинлеген белдерҙе.
“АҠШ баш күтәреүселәрҙе элемтә саралары һәм коммуникация ҡорамалдары менән тәьмин итә, шулай уҡ финанс ярҙамы күрһәтә.
Американың разведка хеҙмәте, беҙҙең хәрбиҙәр ҙур яуаплылыҡ тойоп эш итә һәм улар
ҙур роль уйнай,-”тип белдерҙе Хиллари Клинтон.
Үҙенең сығышында АҠШ-тың дәүләт сәркәтибе, Иранды ла
индереп, Дәмәшк яҡлыларҙы тәнҡитләне. Был аҙнала Таһрандың Сүриә менән
бәйләнеше әүҙемләшкән.
“Кисә беҙ Вашингтонда санкциялар иғлан иттек. Уның
маҡсаты- Бәшәр Асад режимына көс биргән Сүриә, Иран,”Хезсболла” бәйләнештәрен
өҙөү.”
Клинтондың фекере буйынса, режимдың тар- мар ителеүе
ҡотолғоһоҙ, әммә уның теүәл ваҡытын ул әйтмәне.
Әйтергә кәрәк, Бәшәр Асад бындай белдереүҙәргә иғтибар
итмәҫкә тырыша, ул ил эсендәге сәйәси проблемалар менән шөғөлләнә. Ҡасҡан премьер
урынына ул яңы хөкүмәт башлығын- элекке һаулыҡ һаҡлау министры Ваэль Надер әл-
Халакиҙы тәғәйенләне.
Йәкшәмбе Ғәрәп дәүләттәре лигаһында ағза булып торған
илдәрҙең сит ил эштәре министрҙары Джиддала Кофи Аннанға алмаш эҙләйәсәк. Уның
мандаты август аҙағында тула һәм ул уны оҙайтырға йыйынмай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий