четверг, 9 августа 2012 г.

Нагасакиҙың ядро ҡурҡыуҙары.



Нагасаки мэры 67 йыл булып үткән фажиғәнең матәм йыллығында япондарҙы ядро ҡурҡыуынан ҡотолорға саҡырҙы.
Ул саҡта күҙ асып йомғансы 70 меңгә яҡын кеше һәләк булғайны. АҠШ ул саҡта тарихтағы һуңғы бомбаны ташланы. Тиҫтәләрсә йылдар үткәс, Фукусима атом электр станцияһының тыныс атомы “һөжүм итте.”Шуға күрә мэр властарҙан илдәге бөтә реакторҙарҙы ябыуҙы талап итте һәм “дары мискәһе”ндә ултырыуын донъяның иҫенә төшөрҙө.
“Нагасаки атом бомбаһы ырғытылған һуңғы ҡала булырға тейеш. Бының өсөн ядро ҡоралын етештереүҙе тулыһынса тыйырға кәрәк,-”тип белдерҙе Томихиса Тауэ.
1945 йылдың авгусында Нагасакиҙың меңдәрсә халҡынан йорт стеналарында күләгәләр генә ҡала. Аҙаҡ нур ауырыуы, яман шеш һәм ғәрип балалар. АҠШ яңы бомбалар әҙерләгән була, әммә Япония баш һала. Шул иғтибарға лайыҡ: Киотоны Нагасаки яҙмышынан Американың оборона министры ҡотҡара. Ул үҙе баллы ай үткәргән ҡаланы емергеһе килмәй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий