четверг, 9 августа 2012 г.

Шәфҡәт туташы менән танго.



Аргентина тангоһын йөрәк ауырыулыларға тәҡдим итә башлағандар.
Экспериментты Буэнос- Айрес ситендәге хәстәханаларҙың береһендә үткәрәләр. Бейеүселәр- инфаркттан һәм йөрәккә операциянан һуң реабилитация үткән пациенттар. Уларҙың партнерҙары профессионалдар ғына түгел, үҙ эштәрен ҙур ҡәнәғәтлек менән үтәгән шәфҡәт туташтары.
“Танго һәм милонга йәйәү йөрөү һәм ваҡ- ваҡ баҫып атлап йөрөү кеүек үк коронар артерияларға яҡшы тәьҫир итә,-”ти “бейеү дарыуы”н уйлап тапҡан доктор- кардиолог Альберто Марани.
Ғәҙәттә, пациенттарҙың 15 проценты ғына реабилитация программаһын дауам итә. Ноу- хау авторҙары дауахана тангоһы курстары статистиканы үҙгәртер, тип өмөтләнә.
“Мин тангоны яратам. Ғүмер буйы бейергә өйрәнергә теләнем. Хәҙер хыялымды тормошҡа ашырыу мөмкинлеге тыуҙы. Уҡытыусыларым кеүек бейергә өйрәнмәй тороп туҡтамаясаҡмын,-”ти инфаркт үткәргән Аладино Маниларди.
Дауахана тангоһы уңыш ҡаҙана. Махсус саҡырылған оркестр музыкаһы аҫтында үткән реабилитация курсына 150 кеше яҙылған да инде. Ҡаланың йөрәк ауырыуынан ыҙалаған һәм күркәм рәүештә аяҡҡа баҫырға теләгәндәр өсөн, бында ишектәр һәр саҡ асыҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий