четверг, 9 августа 2012 г.

Ҡытай: “Хайкуэй” биш ғүмерҙе өҙгән.



“Хайкуэй” тайфуны көнсығыш Ҡытайҙа туҙыныуын дауам итә. Ул 5 кешенең ғүмерен өҙгән, 7 кеше яраланған.

ҠХР-ҙың иң ҙур ҡалаларының береһе булған Шанхайҙа иң юғары -“ҡыҙыл” хәүефлелек кимәле иғлан ителгән. Бында 4 меңдән ашыу йорт емерелгән. Электр тапшырыу линиялары өҙөлгән, ярты миллиондан ашыу кеше утһыҙ ҡалған. Сәғәтенә 110 километр тиҙлек менән иҫкән ел 30 меңләп ағасты йыҡҡан.

Хәүефле райондарҙан 2 миллион самаһы кеше эвакуацияланған, тиҙ йөрөүсе тимер юл бәйләнеше өҙөлгән, урындағы аэропорттарҙа йөҙҙәрсә рейстар туҡтатылған.

Көнсығыш Ҡытайға тәбиғәт ҡазаһы һалған иҡтисади юғалтыу 10 миллиард юангә, йәғни 1 миллиардтан ашыу евроға барып баҫты.

Берҙән- бер яҡшы хәбәр шул: кесаҙна иртән “Хайкуэй”көсһөҙләнгән һәм тропик штормға әйләнгән, әлеге мәлдә ул материк эсенә йүнәлгән.

“Хайкуэй”- һуңғы аҙнала Ҡытайға ябырылған өсөнсө, йыл башынан һанағанда, ун беренсе тайфун.

Комментариев нет:

Отправить комментарий