четверг, 9 августа 2012 г.

Испанияла сүп- сарҙы ярлыларҙан һаҡлайҙар.



Испанияның Жирон ҡалаһы властары, был ҡала Каталонияның төньяғында урынлашҡан, супермаркеттар янына ҡуйылған аҙыҡ- түлек һәм срогы үткән продукттар өсөн сүп- сар бактарына йоҙаҡ элергә бойорған. Ошо рәүешле улар ярлыларҙы бактарҙа ҡаҙыныуҙан тыймаҡсы. Мэрияның фекере буйынса, был ғәҙәт халыҡтың һаулығына зыян килтерә һәм йәмғиәттә социаль борсолоу тыуҙыра.

“Беҙҙә срогы сыҡҡан, әммә ашарға яраҡлы байтаҡ аҙыҡ- түлек бар,- ти магазин хеҙмәткәре.-Улар күптәргә ярҙам итер ине, контейнер янына килеүселәр тап шуларҙы эҙләй. Әммә урындағы властар һәм социаль хеҙмәттәр бындай аҙыҡты йыйыуға бик ҡырын ҡарай.”

Жирона властары әйтеүенсә, сүп- сарҙы һаҡлап, улар халыҡтың аҙыҡ- түлеккә хоҡуғын яҡлай, кәмһенеп, ҡалдыҡтар һалынған бактарҙа ҡаҙынғансы, социаль ярҙам үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә саҡыра. Супермаркеттар эргәһендә хәҙер социаль агенттар дежурҙа тора, улар ас кешеләрҙе әҙ тәьмин ителгәндәр үҙәктәренә ебәрә- бында уларҙы ашаталар,эсерәләр, аҙыҡ- түлек менән тәьмин итәләр.

Жирона кешеләренең фекере буйынса,мэрия шул юл менән ҡаланың бәҫен төшөргән ярлыларҙы туристар күҙенән алыҫҡараҡ йәшерергә тырыша.

Комментариев нет:

Отправить комментарий