четверг, 9 августа 2012 г.

Интерпол Sea Shepherd башлығын ҡулға алыуға ордер биргән.



Интерпол Америка- Канада йәшел активисы Пол Уотсонды ҡулға алыуға ордер биргән. Майҙан бирле тәбиғәтте һаҡлаусы Sea Shepherd ойошмаһының башлығы Коста- Риканың экстрадиция хаҡындағы талабына ярашлы Германияла йорт тотҡонлоғонда. Был ил 60 йәшлек Уотсонды 2002 йылғы диңгеҙ ҡануниәтен боҙған тип шикләнә. Ул саҡта Sea Shepherd активистары акулаларға легаль булмаған һунар менән шөғөлләнгән Varadero карабына тап була һәм экипажды Коста- Рика портына ҡайтырға саҡыра. Һуңғараҡ Varadero моряктары активистарҙы үлтереү менән янауҙа ғәйепләйҙәр. Уотсондың раҫлауынса, Коста- Рика талаптары артында кит аулау шөғөлөнә ойошма төрлөсә  аяҡ салған Япония тора.

Күп кенә күренекле “йәшел”дәр Уотсонды яҡлап сығыш яһаны, улар араһында европарламент депутаттары Даниэль Кох-Бендит һәм Жозе Бове ла бар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий