среда, 8 августа 2012 г.

Греция легаль булмаған иммигранттарға ҡаршы Зевсты сығарҙы.



 Грециянан легаль булмаған иммигранттарҙы оҙатыу операцияһы яҙмыш шаярыуы буйынса ҡунаҡтарҙың да яҡлаусыһы булған антик алла Зевс исемен йөрөтә.

Уҙған ял көнө ул киң ҡолас менән башланды: “ау”ҙа 2 000 полицейский һәм 2 500 сик буйы һаҡсыһы ҡатнашты. Шәмбелә,  махсус операцияның бер генә көнөндә, легаль булмаған 6 мең иммигрант ҡулға алынды. 1,5 кеше оҙаҡламай илдән китергә тейешлектәре хаҡында ҡағыҙ алды: грек властары уларҙың юл хаҡын ҡаплатасаҡ. Самолеттарға йәки автобустарға ултырырға тейешлеләрҙең һаны артасаҡ. Йәмәғәт тәртибе министры Никос Дендиас был хаҡта киҫәтеп ҡуйҙы. Ул туранан- тура халыҡҡа мөрәжәғәт итте: 

“Зевс”операцияһына ярҙам итеүегеҙҙе һәм хәлде аңлауығыҙҙы һорайым. Беҙ шуны теләйбеҙ: Афинала ла, башҡа ҡалаларҙа ла йәмәғәт тәртибен һәм тыныслығын боҙған күренештәр булмаҫҡа тейеш.”

Бишенсе йыл дауам иткән рецессия һәм эшһеҙлектең саманан тыш артыуы гректарҙы иммигранттарға ҡаршы ҡуя. Ситтән килеүселәрҙе йәмәғәт тәртибен боҙоуҙа, енәйәтселектең үҫеүендә, урындағы халыҡтың эшен “урлау”ҙа ғәйепләйҙәр.

Һул фирҡәләр һәм хоҡуҡ һағында тороусылар властарҙың эшмәкәрлегендә икенсе мотивтарҙы күрә: “Гректарҙың иғтибарын илдәге ваҡиғаларҙан икенсе юҫыҡҡа йүнәлтеү өсөн, улар халыҡта милләтселек тойғоһон күпертә. Кеҫәләрҙең таҡырлығында, тормоштоң ауырлығында, ғөмүмән, бөтә гонаһтарҙа улар иммигранттарҙы ғәйепләргә тырышалар,-  ”ти фашизмға ҡаршы КЕЕРФА хәрәкәтенән Тасос Анастасиадес.

“Греция гректар өсөн:”ошо лозунг аҫтында ил парламентына июнь һайлауҙарында тәүге тапҡыр неонацистарҙың “Алтын таң”фирҡәһе үтте. Күҙәтеүселәр Афиналағы сит ил кешеләренә һөжүмдәрҙең артыуын үҙҙәрен “ысын эллиндар”тип атаған “Алтын таң”яҡлыларҙың эшмәкәрлеге менән бәйләй. Фирҡә етәкселеге криминал эштәр өсөн яуаплылыҡтан баш тарта, әммә шуны ҡабатлауҙан туҡтамай: легаль булмаған иммигранттар менән нимәлер эшләргә кәрәк, сөнки йыл һайын Грецияға улар 100 мең тирәһе килә.

Төп ағым грек- төрөк сиге аша үтә. Уны Евроберләшмәнең иң проблемалы сиге тип атайҙар. Элегерәк Афина бында һаҡлаусы стена төҙөргә ниәтләгәйне, аҙаҡ Евроберләшмәнән зонала патруллек итеүҙә ярҙам һораны.
/рецессия-(лат. һүҙе- артҡа китеш)-иктисади үҫеш темптарының яй барыуы/

Комментариев нет:

Отправить комментарий