воскресенье, 5 августа 2012 г.

Лондон: дзюдоистар йомғаҡ яһай.



 Дзюдоистар тәүгеләрҙән булып Олимпиадалағы программаһын япты. Дзюдо тарихында беренсе тапҡыр Рәсәй көрәшселәре Олимпия уйындарында өс алтын миҙал яуланы. Лондонда Арсен Галстянға, Мансур Исаевҡа һәм Таһир Хайбулаевҡа уңыш йылмайҙы. “Алтын”трио Рәсәй командаһының итальян тренеры Эцио Гамбеға рәхмәтле.
Ә ҡатын- ҡыҙҙар араһында дзюдо буйынса  Олимпияның тәүге алтынын АҠШ-ҡа Кайла Харрисон бүләк итте:”Бөтәһен дә һүрәтләп бирер өсөн һүҙем етмәй. Был һеҙҙең хыялығыҙ, һеҙ был хаҡта уйлайһығыҙ, күнекмәләр үткәрәһегеҙ, Олимпиадаға эләгеү өсөн көс түгәһегеҙ. Ә унда эләккәс, быға ниндәй хаҡ түләнгәнен яҡшы аңлайһығыҙ,-”тине Харрисон.
Еңеүселәрҙең шатлығын бүлешергә немец футболының легендаһы һәм дзюдоны ифрат яратыусы Лотар Маттеус килде: “Айырма көрәшселәрҙең тәртибендә күренә. Улар арбитрҙар менән бәхәсләшмәй. Ҡағиҙә буйынса ла был рөхсәт ителмәй һәм был һәйбәт тә. Аҙна һайын һеҙ футбол майҙанында судья менән бәхәс ҡороусы уйынсыларҙы күрәһегеҙ. Дзюдоның футболдан төп айырмаһы- көрәшселәрҙең бер- береһен һәм арбитрҙы хөрмәт итеүе.”
7 миҙал-2 алтын һәм 5 бронза награда яулап, француз журналистары Лондонда бик ҙур уңышҡа ирештеләр. Японияның да 7 миҙал, әммә “алтын”дары берәү генә, ә ике алтын миҙалды Көньяҡ Корея дзюдоистары ҡулдарына төшөрҙө.

Комментариев нет:

Отправить комментарий