Төркиәнең тиҫтәләрсә
юғары хәрби чиндары, уларҙың ҡырҡлабы хөкүмәткә ҡаршы заговорҙа ғәйепләнеп әле
төрмәлә ултыра, хаҡлы ялға оҙатылған. Юғары Хәрби совет ағзалары менән 4 көн
барған консультацияларҙан һуң ҡабул ителгән был ҡарарҙы ил президенты Абдулла
Гөл раҫланы.
Төрөк ҡораллы
көстәренең 55 генералы һәм адмиралы указ буйынса хаҡлы ялға ебәрелгән.
Шаулы “Эргенекон”эше
буйынса, бер нисә йыл элек Тайып Эрдоган хөкүмәте уларҙы хәрби түңкәрелеш
яһарға йыйыныусылар тип баһалағайны, 400 кеше үтә, шуларҙың 40-ы- юғары
дәрәжәле хәрбиҙәр. 20 йыл эсендә (1960- 1980 йылдар) Төркиәлә хәрбиҙәр власты 3
тапҡыр алмаштырҙы.
Ҡулға алынған
генералдарҙың адвокаттарының фекере буйынса, хәрбиҙәрҙең юғары ҡатламы Эрдоган
хөкүмәте сәйәсәте илде исламиәткә табан алып бара, Төркиә дәүләтенең донъяуи
нигеҙҙәрен ҡаҡшата, тип тәнҡитләп сығыш яһаған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий