воскресенье, 5 августа 2012 г.

Неаполдә Кучманың элекке һаҡсыһы ҡулға алынған.



Украинаның экс- президенты Леонид Кучманың элекке һаҡсыһы Николай Мельниченко йома көн Неаполь аэропортында ҡулға алынған. Уға, тәфтиш менән хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тартҡаны өсөн, халыҡ- ара эҙләү иғлан ителгән.
2000 йылда Мельниченко ғауға үҙәгендә ҡала. Ул законһыҙ рәүештә Кучма кабинетындағы әңгәмәне яҙып ала. Был яҙмаларҙың береһе экс- президентты шик аҫтына ҡуя: уны журналист Георгий Гонгадзеның үлеменә ҡыҫылышы бар тип уйлайҙар. Оҙаҡламай Кучманан ғәйепләүҙәр алып ташлана, ә Мельниченкоға ҡарата, дәүләт серҙәрен асҡаны өсөн, енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Комментариев нет:

Отправить комментарий