понедельник, 6 августа 2012 г.

Канар утрауҙары архипелагында һәм Испанияның көнбайышында янғындар.



Испанияла һуңғы сирек быуат эсендәге иң көслө урман янғындары ҡоторона.
Канар архипелагының Ла Гомера утрауында ут бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫы исемлегенә  индерелгән Гарахонай тәбиғәт ҡурсаулығына янай.

Көслө ел янғын менән көрәште ауырлаштыра.  Урындағы 400-ҙән ашыу кеше эвакуацияланған. Ла Пальма утрауында ут меңдәрсә гектар урманды харап иткән, 70 кеше йәшәгән ерҙәренән күсерелгән.

Испанияның көнбайышындағы Эстремадура автономия өлкәһендә йома башланып кикән янғынды йәкшәмбе ауыҙлыҡлай алғандар. Көн элгәре уны һүндергән саҡта бер хәрби хеҙмәткәр һәләк булған, өсәүһе тән йәрәхәттәре алған, уларҙың береһе бик ауыр хәлдә.

Испаниялағы быйылғы йәйҙең янғындарға бай булыуына аномаль ҡоро ҡыш сәбәпсе булған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий