Афғанстандың милли музейына урланған йөҙҙәрсә мәҙәни
байлыҡтар ҡайтарылды.
1990 йылдар уртаһында Афғанстандағы граждандар һуғышы
ваҡытында ҡайһы берҙәренең йәше 4 мең йылдан ашыу булған 843 артефакт урлана.
Ул заманда Милли музей коллекцияһының өстән ике өлөшөн юғалта.
“Был хазиналар шуны иҫкә төшөрә: Талибан хәрәкәте менән
проблемалар, баш күтәреүселәр менән тыныс Афғанстан өсөн көрәш кешелек тарихы
фонында сағыштырмаса ваҡ ваҡиғалар. Артефакттар иһә мәҙәниәт кенә бирә алған
алға китеш хаҡында иҫкәртә,-”ти Бөйөк Британия консулы Колин Кроркин.
Хазиналар тыуған иленә Ҡушма короллек тырышлығы менән
кире ҡайтарылған, Лондондағы Британия музейы һәм оборона министрлығының да роле
ҙур. Ҡайтарылған предметтар шәхси коллекцияларҙа табылған һәм йә донорҙар
тарафынан һатып алынған, йә Британия сик буйы хеҙмәткәрҙәре тарафынан конфискацияланған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий