понедельник, 6 августа 2012 г.

Греция: “өсәү” ҡәнәғәт, пенсионерҙар – юҡ.



Халыҡ- ара өс кредитор- ЕС, Европа Үҙәк банкы һәм МВФ Грециялағы һөйләшеүҙәр менән ҡәнәғәт.
Был хаҡта йәкшәмбе көн Халыҡ- ара валюта фонды вәкиле белдереү яһаны. Греция хөкүмәте ағзалары менән осрашыуҙа дөйөм суммаһы 11,5 миллиард евро тәшкил иткән бюджет экономияһы буйынса конкрет саралар хаҡында әңгәмә барҙы. Икенсе пакет кредит ярҙамының тәүге траншын алыу өсөн, был сараларҙы тормошҡа ашырыу мотлаҡ.
Һөйләшеүҙәр барышындағы сараларға пенсияның база өлөшөн ҡыҫҡартыу, пенсияға сыҡҡанда бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәрҙе кәметеү, хаҡлы ялдағыларға байрам бонустарын бөтөрөү һәм башҡалар инә.
Хаҡлы ялдағылар һөйләй:
“Тәүҙә мин 950 евро ала инем, хәҙер инде- 719. Иң кәрәкле нәмәләргә лә аҡса етмәй, бөтә тормошобоҙ ауырлашты. Дауаханала медицина тикшеренеүе үткәндә үҙ кеҫәмдән 56 евро түләргә тура килде.”
Статистика буйынса, Грецияла хаҡлы ялдағылар һаны Европа илдәре менән саҡыштырғанда иң күбе.
“Тормошом ҡырҡа үҙгәрҙе. Элек дуҫтарым менән осраша, кофе эсә торғайныҡ, хәҙер иһә бындай эштәргә кеҫә таҡыр.”
Хаҡлы ялдағыларҙы ҡарау Греция бюджетының ВВП буйынса 16 процентын алып тора. Бурыс көрсөгөнән сығыу өсөн, хөкүмәткә хаҡлы ялға сығыу йәшен арттырырға һәм пенсия түләүҙәрен кәметергә тура киләсәк.


Комментариев нет:

Отправить комментарий