понедельник, 6 августа 2012 г.

Сuriosity Ҡыҙыл планетала.



НАСА белгестәре шатлыҡтарын йәшермәне: Сuriosity Ҡыҙыл планетаға уңышлы килеп төштө.
Робот Марстың Гейл Кратерына Мәскәү ваҡыты менән 9 сәғәт 31 минутта килеп төшкән һәм, планетаны фотоға төшөрөп, Ергә бер нисә һүрәт тә ебәргән.
Марс фәнни лабораторияһының түбәнәйеүе һәм планетаға төшөп ултырыуы- осоштоң иң хәүефле мәле, сөнки барыһы ла тоҫмаллап ҡына эшләнә: Марс Ерҙән шул ҡәҙәр алыҫ ята, был арауыҡты радиосигнал 15 минутта үтә.
Сuriosity -АҠШ-тың Марсты үҙләштереү тарихындағы иң ҡыйбат проекты: тикшереү лабораторияһын эшләүгә һәм осороуға 2,5 миллиард доллар киткән. Программа өҫтөндә эш 10 йылға һуҙылған.
Сuriosity миссияһының маҡсаты- 1 Марс йылы эсендә (687 көн) Гейл кратерын тикшереү һәм элегерәк тыбылған һыуҙан тыш йәшәү сығанағы билдәләрен табыу.
АҠШ президенты Барак Обама марсоходты уңышлы ултыртыуҙы “ғүмерҙә булмаған технологик батырлыҡ”тип атаны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий