вторник, 7 августа 2012 г.

Сүриәлә аманатлыҡҡа алынған иранлыларҙың өсәүһе үлтерелгән.



Ике көн элек баш күтәргән сүриәлеләр ҡулына эләккән 48 иранлының өсәүһе үлтерелгән. Был хаҡта ҡораллы оппозиция вәкилдәре хәбәр итте. Уларҙың һүҙҙәре буйынса, иранлылар бинаға авиаһөжүм яһалыуы арҡаһында һәләк булған. Сүриә армияһы 1 сәғәт эсендә утҡа тотоуҙы туҡтатмаһа, баш күтәреүселәр ҡалған иранлыларҙың барыһын да үлтереү менән янаған. Иранлылар уларҙың ҡулына Дәмәшк ситендә, аэропорттан ҡалаға китеп барғанда эләккән. Иран властары белдереүенсә, улар-изге урындарға сәфәр ҡылыусылар, әммә баш күтәреүселәр раҫлауынса, улар- Сүриәгә Бәшәр Асад режимына ярҙамға килгән ислам революцияһы һаҡсылары корпусы ағзалары.
Иран, Сүриә көрсөгөн хәл итеү өсөн, кесе йома көн халыҡ- ара осрашыу үткәрергә тәҡдим итте. Унда 10 ил ҡатнашасаҡ тип көтөлә, әммә ниндәй илдәр икәнлеге асыҡланмай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий