вторник, 7 августа 2012 г.

Төркиә данлыҡлы режиссеры менән хушлаша.



Стамбулда бөгөн данлыҡлы төрөк режиссеры Метин Эрксанды ерләйәсәктәр. Ул шәмбе көн 83 йәшендә хәстәханала вафат булған, унда ул бөйөр ауырыуынан  дауаланыу курсы үткән.
Метин Эрксандың “Ҡоролоҡло йәй”фильмы уға һәм Төркиәгә тәүге халыҡ- ара кинонаграда бүләк иткән- 1964 йылда картина Берлин фестиваленең призына лайыҡ булған.
Төркиә президенты Абдуллаһ Гөл режиссерҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм шуны белдерҙе: “Төрөк кинематографына ҙур өлөш индергән Метин Эрксандың онотолмаҫ фильмдарын һәр саҡ яратып һәм хөрмәт менән иҫкә аласаҡтар.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий