вторник, 7 августа 2012 г.

Филиппиндың баш ҡалаһында муссон ямғырҙар.



Манилаға ябырылған муссон ямғырҙар арҡаһында Филиппиндың баш ҡалаһында тормош туҡтап ҡалғандай . Бында транспорт эшләмәй, мәктәптәр, административ учреждениелар һәм төп фонд биржаһы ябылған.
Шишәмбе көн мәғлүмәттәре буйынса, 15 миллионлап халыҡ йәшәгән ҡаланың яртыһынан ашыуын һыу баҫҡан: урындағы йылғалар ярҙарынан ташып сыҡҡан һәм һыу дамбаны йырған.
Армия баш ҡала ҡотҡарыусыларына ярҙамға килгән. Маниланың ярлы йорттарҙа йәшәүсе халҡының тормошо айырыуса хәүеф аҫтында.
Ямғырҙар һәм уҙған аҙнала үткән “Саола”тайфуны 53 кешенең ғүмерен өҙгән. Филиппиндағы 260 мең кеше йортһоҙ ҡалған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий