Айға аяҡ баҫҡан легендар америка астронавы Нил
Армстронг был донъянан китте. Уға 82 йәш ине. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр
итеүенсә, ул Огайо штаты хәстәханаһында йөрәккә операциянан һуң йүнәлә алмай
вафат булған.
1969 йылдың 20 июлендә “Аполлон-11”карабы
экспедицияһы барышында Армстронг үҙенең тарихи “ аҙымын яһаны- кеше өсөн был
аҙым бәләкәй булһа ла, кешелек өсөн ғәйәт ҙур һикереү булды ул.” Уның тәүге
аҙымдарын тура эфир буйынса миллионлаған тамашасы күҙәтте. Ерҙең берҙән- бер
тәбиғи юлдашына аяҡ баҫҡан тәүге кеше Ай буйлап 2,5 сәғәт йөрөнө. Уның менән
Эдвин Олдрин да булды, ә Майкл Коллинз уларҙы орбита модулендә көтөп торҙо.
Айҙа улар баҫҡыс менән яҙма ҡалдырҙылар,
был яҙмала шундай һүҙҙәр бар: "Бында ер кешеләре беренсе тапҡыр Айға аяҡ
баҫты. Беҙ бөтә кешелек исеменән именлек теләп килдек."
Карьераһы тамамланғас, Армстронг уҡыта,
космонавтика өлкәһендә советник булып эшләй, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий