воскресенье, 26 августа 2012 г.

Мьянма: һүрәт төшөрөлгән стеналар- азатлыҡ билдәһе.



Башҡа бик күп илдәрҙәгесә, йорт стеналарына һүрәт төшөрөргә һәм яҙырға Мьянмала баҙнат итмәнеләр. Бының өсөн етди яза алыу мөмкин ине. Былтыр, хәрбиҙәр  власты граждандар хөкүмәтенә тапшырғандан һуң, хәлдәр үҙгәрә башланы.

“Рәссамдарға ҡаты санкциялар ҡулланманы, рәшәткә артына берәүҙе лә алып барып тыҡманылар, тик ҡайһы берәүҙәргә, ғариза яҙып, башҡаса былай эшләмәҫкә һүҙ бирергә тура килде.”

“Ҡайһы саҡ беҙҙе вандаллыҡта ғәйепләйҙәр, “боҙоусылар”тип атайҙар. Беҙ бит мәктәп, сиркәү, ғибәҙәтхана стеналарына һүрәт төшөрмәйбеҙ. Беҙ үҙебеҙгә оҡшамаған урындарҙы ғына ”боҙабыҙ.”

Был аҙнала гәзит, журнал, йыр һәм балалар әкиәттәренә индерелгән, илдә оҙаҡ йылдар йәшәп килгән цензура юҡ ителде. Тик стенаға һүрәт төшөрөүсе авторҙарҙы нимә көтөүе әлегә билдәһеҙ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий