среда, 12 сентября 2012 г.

11 сентябрь хаҡындағы фильм илсенең ғүмерен киҫкән.



 Бенгазиҙа исламистар АҠШ консульствоһы бинаһын һуғышып алған. Унан элегерәк дипломаттар, һаҡсылар һәм Ливияның көс структураһы хеҙмәткәрҙәре һөжүм итеүселәр менән ҡаты атыштан һуң, бинаны ташлап киткән булғандар. Алынған мәғлүмәттәр буйынса, консульствоның бер хеҙмәткәре һәләк булған, берәүһе яралы, Ливия хеҙмәткәрҙәре лә зыян күргән.

Әйтеүҙәренсә, һөжүмдә элекке баш күтәреүселәрҙең төркөмдәре ҡатнашҡан. АҠШ-та күрһәтелгән 11 сентябрҙең йыллығына бағышланған фильм уларҙың асыуын ҡабартҡан. Исламистар уны динде һәм Мөхәммәт ғәләйһиссәләмде мәсхәрә итеү һымаҡ ҡабул иткән.

Америка дипмиссияһына был тәүге генә һөжүм түгел: көнэлгәре Ҡаһирәлә лә тәртипһеҙлектәр ҡабынып киткән. Унда бер нисә мең манифестант АҠШ илселеге алдында йыйылған. Улар был фильмды АҠШ-та йәшәгән копттар ярҙамында төшөрөлгән тип бара. Мысырҙа христиандар һәм мосолмандар араһындағы мөнәсәбәттәр көсөргәнешле ҡала килә.

Манифестацияла ҡатнашыусыларҙың бер нисәһе илселектең ҡыйығына менгән һәм Америка флагын йолҡоп алып юҡ иткән, уның урынына улар шәһәдәт яҙылған ҡара әләм урынлаштырырға тырышҡан. Полиция, көс ҡулланмай ғына, халыҡты тынысландыра алған.

/Шәһәдәт һүҙҙәре- “Лә иләһә илләләһ”/

Комментариев нет:

Отправить комментарий