среда, 12 сентября 2012 г.

Рәсәй хөкүмәте “Газпром”ды үҙ ҡанаты аҫтына ала.



 “Газпром”ға һәм башҡа стратегик йәһәттән мөһим булған Рәсәй компанияларына бынан ары, РФ-ның тейешле структуралары менән килешмәй тороп, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәт бирергә, сит илгә активтарҙы һатырға рөхсәт ителмәй. Был хаҡта шишәмбе ҡул ҡуйылған президент Владимир Путин указында әйтелә.
Ташламалар буйынса ҡарарҙар, килешеүҙе үҙгәртеүҙәр, “Газпром”тарафынан активтарҙы сит илгә һатыуҙар РФ хөкүмәте менән бергә һөйләшеп хәл ителергә тейеш.
Аналитиктар ҡул ҡуйылған указды “Газпром”ға ҡарата Еврокомиссия башлаған монополияға ҡаршы тикшереүҙәр менән бәйләй, бында һүҙ конкуренцияны боҙоу ихтималлығы булған өс төрлө эшмәкәрлек ҡарала: газ баҙарын бүлеү һәм Евроберләшмә илдәрен сеймал менән ирекле тәьмин итеүҙе ауырлыштырыу, газ тәьминәтен диверсификациялауға ҡамасаулау, газ хаҡтарын нефть хаҡтары менән бәйләп, ғәҙел булмаған хаҡ тәҡдим итеү.
Яуап итеп, “Газпром” вәкиле шуны белдерҙе: Рәсәй компанияһы Еврокомиссияның позицияһын һөйләшеүҙәр процесына һәм Европаға ебәрелгән Рәсәй газы хаҡтарына тәьҫир итеү өсөн баҫым яһау кеүек ҡабул итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий