среда, 12 сентября 2012 г.

Испанса айырылыу: Каталония китергә теләй.



Каталония- Европаның яңы дәүләте! “ Ошондай девиз аҫтында Барселонала, был испан провинцияһының бойондороҡһоҙлоғон яҡлап, ҙур манифестация үтте. Демонстрацияны 11 сентябргә- Каталонияның Милли көнөнә тәғәйенләнеләр. Автономиялы регион үҙәккә бик күп аҡса түләй, тип иҫәпләй һәм Мадридтан финанс йәһәтенән булһа ла ирекле булырға теләй. Каталония хөкүмәте башлығы Артур Мас демонстрацияла ҡатнашманы, әммә күңеле менән демонстранттар янында булыуын белдерҙе.
Элегерәк Мас шулай тип белдергәйне:
“Истисади мәсьәләләр буйынса килешеүгә ирешеп булмаһа, Каталонияның азатлыҡҡа юлы асыҡ буласаҡ.”
Акцияла Каталонияның миллиондан ашыу халҡы ҡатнашты, күптәр бының өсөн Барселонаға махсус рәүештә килгән.
“Үҙ аҡсабыҙ үҙебеҙгә ҡалһын өсөн, Европаның айырым дәүләте булырға теләйбеҙ. Беҙҙең үҙ телебеҙ, үҙ мәҙәнитебеҙ бар. Беҙ ғарҡ булдыҡ, етте беҙҙән.”
 Сепаратизм кәйефе Каталонияла йылдан- йыл нығыраҡ үҫә. Урындағы “Вангурдия” гәзите алып барған һорашыуҙар ҙа быны раҫлай: Каталонияның бойондороҡһоҙлоғо өсөн тауыш бирергә әҙер булған кешеләр һаны 36-нан 51 процентҡа ҡәҙәр үҫкән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий